Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2016, 11:35
Баш ҡала янында йылғаларҙың кимәле кәмей башланы – Башгидромет
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Өфө янында йылғаларҙың кимәле кәмей башланы. Иртәнге сәғәт 8-гә Ағиҙелдең кимәле 752 сантиметр тәшкил иткән. Һуңғы тәүлектә йылғала һыу 4 сантиметрға кәмене. Әле Шакша биҫтәһендә Ҡариҙелдең кимәле — 849 сантиметр.
Бочкарёв ауылы эргәһендә Дим йылғаһы ғына ташыуын дауам итә. Уның кимәле — 355 сантиметр.
Ташҡын
кәмеүгә бара
. Был хаҡта шишәмбе, 26 апрелдә, «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында баш ҡала хакимиәтенең Граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Рәсим Абдуллин хәбәр итте.
«Өфө биләмәһендә әле 50 йорт — һыу аҫтында. Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары ташыуҙан туҡтаны тиерлек. Бөгөндән һыу кире ҡайта башлаясаҡ, тип ышанайыҡ», — тине Рәсим Абдуллин.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һүҙҙәренсә, хәҙер ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү ташҡынға ҡаршы сараларҙың төп фазаһы буласаҡ.
Теги:
ташҡын
Читайте нас