11:13 (UTC+5), 22 Апреля 2016

Нисек талпан энцефалиты менән сирләмәҫкә — Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Иртә яҙҙан Башҡортостанда талпандар әүҙемләшә башлай. Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йыл йомғаҡтары буйынса, 302 кеше талпандан зыян күреп, медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән, улар араһында 77 бала бар.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡты уяу булырға саҡыра һәм талпандарҙың хәүефле инфекция йөрөтөүсе булыуын иҫкә төшөрә. Был сир үҙәк нервы системаһын ҡаҡшата. Уның эҙемтәләре төрлөсә — тулыһынса һауығыуҙан алып инвалидлыҡҡа һәм үлемгә килтереүе ихтимал.
Ҡуҙғытыусы вирус зарарлы талпан ҡанды һурған саҡта кешегә йоға. Йорт хайуандары, ҡоштар йәки кешеләр аша ла был сирҙе (кейем-һалым, сәскә, ағас ботаҡтары һ.б. менән) эләктерергә мөмкин. Ҡайнатылмаған кәзә йәки һыйыр һөтөндә лә вирустың булыуы ихтимал. Шуға күрә ошо ауырыу таралған урындарҙа тик ҡайнатылған һөттө ҡулланырға кәрәк. Башҡортостанда административ биләмәләрҙең 42-һендә хәүеф ҙур.
Зарарланыуҙың өсөнсө юлы — бөжәкте һытыу йәки тәндең тешләнгән ерен тырнау.
Талпан ҡаҙалған осраҡта мотлаҡ дауалау учреждениеларына мөрәжәғәт итеү зарур. Бөжәк тешләгәндән һуң өс көндән дә ҡалмай ауырыуға энцефалитҡа ҡаршы иммуноглобулин ҡаҙарға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика