09:31 (UTC+5), 19 Апрель 2016

Силәбе өлкәһендәге Башҡорт йәштәре союзы милли-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлай

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Силәбе өлкәһендәге Башҡорт йәштәре союзы 10 йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны. Юбилейлы отчет һайлау конференцияһы барышында ҡаҙаныштар һәм киләсәккә бурыстар билдәләнде. Ойошманың эшмәкәрлеге Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорттарҙың милли-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм пропагандалауға йүнәлтелгән, тип билдәләне сығыш яһаусылар.
Форумда Башҡортостандың Урал федераль округындағы даими вәкиле Амур Хәбибуллин, Силәбе өлкәһенең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы башлығы Морис Йосопов ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан конференцияла башҡарма комитеттың төп белгесе Марат Ғилманов, Башҡортостандағы Башҡорт йәштәре союзы исеменән уның рәйесе Ғаяз Бикбулатов сығыш яһаны.
Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, 10 йыл эсендә Башҡорт йәштәре союзы спорт, мәҙәни һәм белем биреү йүнәлешендә йөҙҙәрсә проекттарҙы тормошҡа ашырҙы. Улар ярҙамында башҡорт теле һәм башҡорт бейеүе, милли уйын ҡоралы ҡурайҙа уйнау курстары асылды. Шулай уҡ «Афарин» футбол командаһы һәм Силәбе йүгереү клубы ойошторолдо.
Йәштәр ойошмаһы булдырылғандан алып Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, балалар йорттарына ярҙам күрһәтелә. Башҡорт йәштәре ҡала һәм өлкә өмәләрендә даими ҡатнаша. Федераль кимәлдәге проекттар — «Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсы, «BashCon» башҡорт интернетын үҫтереү буйынса конференция бойомға ашырыла.
Эш йомғаҡтары буйынса киләһе өс йылға ойошма рәйесе һайланды. Ул — хәрәкәттең әүҙем ағзаһы Владислав Габов, тип хәбәр иттеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика