13:40 (UTC+5), 18 Апреля 2016

Рөстәм Хәмитов интеллектуаль милек буйынса йәштәр конференцияһын асыуҙа сығыш яһаны

Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 апрелдә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Интеллектуаль милек өлкәһендә төбәк программалары һәм проекттары — йәштәр күҙлегенән» тип аталған Бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһын асыуҙа сығыш яһаны.
Ике йөҙ йыл элек техника һәм технологиялар әүҙем үҫешә башланы, һәм беҙҙең илебеҙ ошо процеста лайыҡлы урын биләне, тип билдәләне республика Башлығы. Бөгөн йәш ғалимдар алдында космонавтика, биология, инженер фәндәре өлкәһендә тикшеренеүҙәр һәм асыштар яһау бурысы тора.
– Бөгөнгө фән йәштәрҙе тәрбиәләүгә йүнәлеш алырға тейеш. Быуындар бәйләнеше бик мөһим. Беҙ, өлкән быуын кешеләре, һеҙгә белемебеҙҙе, донъяға позитив ҡарашыбыҙҙы тапшырыуҙың мөһим икәнлеген аңлайбыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Кешелек өҙлөкһөҙ үҫешә. Һеҙҙең бурысығыҙ – алға барыу. Хәҙер фән менән шөғөлләнеү, тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар.
Ултырыш башланыр алдынан республика етәксеһе ғилми-техник проекттар күргәҙмәһен ҡараны, унда Башҡортостан уҡыусыларының һәм юғары уҡыу йорттары студенттарының, шулай уҡ «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы «Авиация технологиялары технопаркы» ғилми-етештереү ассоциацияһының эштәре ҡуйылған.
«Интеллектуаль милек өлкәһендә төбәк программалары һәм проекттары — йәштәр күҙлегенән» Бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһы «Интеллектуаль милек — XXI быуат» IX халыҡ-ара форумы сиктәрендә уҙа. Уның девизы — «Йәштәр ижадын — иҡтисад талаптарына». Балалар һәм йәштәр ижадына ярҙам күрһәтеү, уны иҡтисад талаптарына йүнәлтеү төп маҡсат булып тора.
Конференция өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. 2014 һәм 2015 йылдарҙа ул Рәсәйҙең Федерация Советында ойошторолдо. Унда үҙҙәренең асышына патентын теркәгән йәки уға ғариза биргән, шулай уҡ фәнни журналдарҙа мәҡәләләре баҫылып сыҡҡан уҡыусылар, студенттар, йәш ғалимдар ҡатнаша. Илдең 29 төбәгенән бөтәһе 262 проект килгән. Конференцияла Ҡытай һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре лә ҡатнаша.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика