Финалға әҙерлек барышында бәйгеселәр «Мисс Талант», «Мисс Топ-модель» этаптарын үтте. Өфөнән Лилиә Бережная — «Мисс Талант», Стәрлетамаҡтан Надежда Ивченкова «Мисс модель» исеменә лайыҡ булды. Быйылдан башлап «Мисс Башкортостан» конкурсында ҡатнашыусыларҙың хәйриә һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге еңеүҙең төп шарты булып тора. Һәр кем үҙенең ҡала йәки районында хәйриә проектын әҙерләй. Улар етем балалар өсөн концерттар, фотосессиялар, конкурстар ойоштора, балалар йорттары өсөн канцелярия кәрәк-яраҡтары һәм уйынсыҡтар йыя, йәнлектәргә ярҙам акциялары үткәрә. «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге
төркөмдә һәр проект менән танышырға һәм оҡшағаны өсөн тауыш бирергә мөмкин.