Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.92
+0.64
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2016, 17:54

Өфөлә эш биреүселәрҙән тәҡдимдәр артҡан

ӨФӨ, 2016 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Апрель башында Өфөлә эш биреүселәрҙең әүҙемлеге артҡан. Эш тәҡдим итеүселәр һаны өс процентҡа күбәйгән. Superjob.ru Европаның ҙур рекрутинг порталы ошондай мәғлүмәт килтерә.
Медицинала һәм фармацевтикала һиҙелерлек үҫеш күҙәтелгән. Медицинала тәҡдимдәрҙең яртыһынан ашыуы табиптарға тура килә, терапевтарға ихтыяж ҙур. Вакансияларҙың 15 проценты — фармацевтарға, 13-ө шәфҡәт туташтарына йүнәлтелгән.
Өфөлә табиптарға уртаса 30-50 мең һум тәҡдим итәләр, әммә һирәк булған белгестәр һәм юғары квалификациялы табиптар өсөн хеҙмәт хаҡы күберәк. Мәҫәлән, табип-диетолог 150 мең һумға тиклем алырға мөмкин.
Читайте нас: