12:36 (UTC+5), 08 Апреля 2016

Баш ҡалала 1972 йыл ташҡын кимәле буйынса 2016 йылдың аналогы булып тора

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Баш ҡалала 1972 йыл ташҡын кимәле буйынса 2016 йылдың аналогы булып тора. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ултырышында төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Виталий Тюр хәбәр итте.
«Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 1972 йыл хәлдең торошо буйынса 2016 йылдың аналогы булып тора. 44 йыл элек Өфөлә һыуҙың тәүге иң ҙур кимәле 17 апрелдә 696 сантиметрға етә. Икенсеһе 1 майҙа — 772 сантиметр. Быйыл республиканың баш ҡалаһында иң ҙур кимәл 17 апрелдән 23-нә тиклем күҙаллана, һыуҙың кимәле 830 сантиметрға етеүе көтөлә, — тип билдәләне Виталий Тюр. — Беҙҙең бурыс — халыҡтың йәшәү эшмәкәрлегенең боҙолоуына юл ҡуймау, зыянды кәметеү».
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республикалағы 33 муниципаль берәмектең 185 тораҡ пунктына һыу баҫыу янай. Насар күҙаллауҙар тормошҡа ашҡан осраҡта — 258 тораҡ пункт.
«Урал аръяғы, Ҡариҙел йылғаһы бассейнындағы биләмә хәүеф аҫтында, — тине ведомство вәкиле. — Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә ҡарҙа дым запасы 200-300 процент, йәғни унан Павловка һыу һаҡлағысына ҙур ағымдың килеүе көтөлә».
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың йәшәү эшмәкәрлеге мәсьәләләре хәл ителгән. Һыу баҫҡан осраҡта кешеләр ҡатнаш ысул менән эвакуацияланасаҡ, улар өсөн ваҡытлыса йәшәү урындары ойошторолған. Барлыҡ сараларҙы ла Башҡортостан Хөкүмәте контролгә алған. Берҙәм дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһы ташҡынды хәүефһеҙ үткәрергә әҙер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика