12:02 (UTC+5), 07 Апреля 2016

Илдең һәләтле балалары Башҡортостандың баш ҡалаһына йыйыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 9 апрелдә М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-да халыҡ-ара ҡатнашлығында «Рәсәйҙең һәләтле балалары: алтын тауыштар» III Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы ойошторола. Был хаҡта Өфө хакимиәте хәбәр итә.
Сарала Башҡортостан ҡалалары һәм райондарынан, Рязань өлкәһенән, Улан-Удэ, Уральск (Ҡаҙағстан) ҡалаларынан 750-нән ашыу баланың ҡатнашыуы күҙаллана. Бәйгене уҙғарыу өсөн университеттың ике уҡыу корпусы йәлеп ителәсәк, конкурс тыңлауҙары БДПУ-ның икенсе уҡыу корпусының (Октябрь революцияһы урамы, 3а) һәм етенсе уҡыу корпусының концерт залында (Октябрь революцияһы урамы, 7) үтә.
Фестиваль-конкурс хор башҡарыуы, вокаль ансамбль, вокал (соло) номинациялары буйынса үткәрелә. Ҡатнашыусылар академик, халыҡ һәм эстрада-джаз йыры категорияларында конкурс программаларын тәҡдим итәсәк.
Жюри составына квалификациялы белгестәр, юғары уҡыу йорттары профессорҙары, доценттар һәм уҡытыусылар инә.
Фестиваль-конкурс йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла, еңеүселәргә һәм призерҙарға «Музыкаль белем биреү» йүнәлеше буйынса Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға ингәндә өҫтөнлөктәр бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика