06:05 (UTC+5), 05 Апреля 2016

Баш ҡалала һәр район өсөн юлдағы соҡорҙарҙы ямау графигы төҙөлгән

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә һәр район өсөн юлдағы соҡорҙарҙы ямау графигы төҙөлгән. Ул ҡала хакимиәте сайтында баҫылған. Ағымдағы йылдың апрель һәм май айҙарына төҙөлгән «юл картаһында» урамдар һәм эштәрҙе башҡарыу датаһы күрһәтелгән. Иҫкәрмәлә үҙгәрештәр булыу ихтималлығы хаҡында әйтелә.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡалала ремонт эштәре менән 40 бригада шөғөлләнә. Баш ҡала юлдарында тәүлегенә уртаса 4000 самаһы етешһеҙлек бөтөрөлә. Ремонт төп һәм икенсел юлдарҙа алып барыла.
Бөгөнгә юл хеҙмәттәре 48,8 мең квадрат метр юл япмаһында соҡорҙарҙы ямаған һәм 7,5 мең тонна самаһы асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика