06:39 (UTC+5), 05 Апреля 2016

Аҙна аҙағында Башҡортостанға күптән көтөлгән йылы килә

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала төбәктә ваҡыты менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Республиканың көнсығыш райондарында яуым-төшөмдөң көслө булыуы ихтимал. Төндә һәм иртән урыны менән боҙлауыҡ көтөлә.
5 һәм 6 апрелдә һауа температураһы көндөҙ +3,+8, төндә -3,+2 градус тәшкил итәсәк. Ямғыр, төндә һәм иртән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал, ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫәсәк, көндөҙ секундына 18 метрға етәсәк.
Аҙна аҙағында республикала күптән көтөлгән йылы көндәр башлана. Яуым-төшөм ихтималлығы ҙур түгел.
Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, апрелдең тәүге декадаһында Башҡортостан биләмәһендә уртаса һауа температураһының норманан ике градусҡа юғары булыуы көтөлә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика