Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2016, 16:59

Ҡырымдар Башҡортостан Башлығына һорау бирергә әҙерләнә

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостан Башлығы менән «тура линия»ға дүрт меңдән ашыу шылтыратыу һәм 500-ҙән күберәк яҙма мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 7 апрелдә республика халҡы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ойошторола. Трансляцияны «Рәсәй-24 Башҡортостан», Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Бөтә Өфө», РБК телеканалдарында ҡарарға мөмкин.
Бөгөнгә дүрт меңдән ашыу шылтыратыу һәм 500-ҙән күберәк яҙма мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Халыҡты юлдарҙың торошо, хеҙмәт хаҡы һәм социаль пособие түләү, торлаҡ һәм балалар баҡсалары менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ауыл хужалығы ла иғтибар үҙәгендә.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының колл-үҙәгенә һәм сайтына бөтә республиканан шылтыраталар һәм яҙалар.
Ҡырымдың Белогорск районында йәшәүселәр ҙә үҙҙәренең һорауҙарын әҙерләй. Әлеге ваҡытта «Рәсәй 1» телеканалы журналистары — хәбәрсе Алина Каматова һәм оператор Юрий Ефремов — илдең көньяғында эшләй.
Тәү сиратта Белогорск районы халҡы күрһәткән ярҙамы өсөн Башҡортостанға ҙур рәхмәт белдерә. Республикала йыйылған аҡса иҫәбенә «Ҡырым розаһы» ҡасабаһында балалар баҡсаһы йүнәтелде, урындағы мәктәп тә икенсе һулыш алды. Ике уҡыусы иһә киләһе йылда республика юғары уҡыу йорттарының береһенә уҡырға инергә теләк белдерҙе.
Журналистар бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһында ла булды. Уларҙың береһе сәсеүгә 15 иген йыйыу комбайны әҙерләй — был да Башҡортостан бүләге. Яңы техника былтыр үҙен күрһәтте лә инде — ауыл халҡы Белогорск районы сәсеү майҙандарының яртыһын тиерлек йыйып алды. Икенсе хужалыҡта башҡорт тоҡомло аттар Ҡырым тәбиғәтенә яраҡлашҡан.
«Рәсәй 1. Башҡортостан» телеканалының ижади төркөмө Севастополдә Ҡара диңгеҙ флоты караптарында булырға ниәтләй. Унда республикабыҙҙан егеттәр хеҙмәт итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығына һорауҙарҙы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы сайтында ҡалдырырға, йәки эш ваҡытында 8-800-700-88-85 телефоны буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: