11:31 (UTC+5), 30 Марта 2016

Төбәктә ташҡын ваҡытында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда ташҡын ваҡытында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды. Был хаҡта «Интерфакс-Волга буйы» агентлығында уҙған интернет конференцияһында республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Марат Латипов хәбәр итте.
«Өфөнөң Дим районында Новгород, Йәштәр урамдарына, Инорс биҫтәһендәге коллектив баҡсаларға, Максимовка ҡасабаһына, Калинин районында Фурманов урамына, Шакша биҫтәһенә хәүеф янай. Киров районында — Кооператив ялан, Кузнецов затоны, Ленин районында Нижегородка, Затон биҫтәләре һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Баш ҡаланың Орджоникидзе, Октябрь һәм Совет райондарында урынлашҡан хужалыҡ объекттарын да һыу баҫыуы мөмкин», — тип белдерҙе Марат Латипов.
Шулай уҡ ул быйыл республикала ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү буйынса эштең алдан ойошторолоуын билдәләне. 22 мартта техниканың әҙерлеге тикшерелде. Етәкселек төбәктең ташҡынға әҙерлеген ярайһы уҡ юғары кимәлдә тип баһалай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика