11:18 (UTC+5), 28 Март 2016

Өфө аэропорты яҙғы-йәйге расписаниеға күсте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө аэропорты 28 марттан 29 октябргә тиклем яҙғы-йәйге расписаниеға күсте. Тимәк, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса рейстар һаны артасаҡ һәм миҙгелле маршруттар тергеҙеләсәк.
Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, айырыуса Сочиға, Симферополгә, Анапаға, Геленджикка рейстар күберәк буласаҡ. Йәйге расписаниела аҙнаһына ике тапҡыр Өфө-Калуга-Симферополь маршруты ҡаралған. Мәскәү иң популяр эске йүнәлеш булып ҡала — тәүлегенә осоштар һаны ун өскә етә.
Халыҡ-ара программаға килгәндә, Прагаға тура рейстар асыла, Истанбулға даими рейстар дауам итәсәк. Май айынан йәнә Барселонаға осорға мөмкин. Кипр, Греция, Болгария кеүек популяр туристик маршруттар ҙа һаҡлана.
Һәр аҙна һайын Бургас һәм Ираклион, Монастирға (ун көнгә бер тапҡыр), Родосҡа (биш көн һайын) самолеттар осасаҡ. 2 июндән һәр ун көн һайын Өфө-Салоники-Өфө маршруты буйынса тура рейстар күҙаллана. Пхукет, Бангкок, Камрань, Баҡы, Ташкент, Дүшәнбе һәм Худжанд кеүек йүнәлештәр ҙә бар.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Өфө» аэропортының сайтында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика