11:48 (UTC+5), 28 Марта 2016

Башҡортостанда Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған төп саралар билдәләнде

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығын байрам итеүгә арналған төп саралар билдәле булды. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «2016 йылда Еңеү көнөн байрам итеү тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Ошо документҡа ярашлы, 6 майҙа Өфөлә байрам концерты һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тантаналы ҡабул итеү ойошторола. Ветерандар «Башҡортостан» дәүләт концерт залына йыйыла. 9 майҙа Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскә һалыу була.
Муниципаль берәмек хакимиәттәренә Башҡортостан Хәрби комиссариатының район, ҡала бүлектәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы, йәштәр һәм балалар йәмәғәт берекмәләре ярҙамы менән һәйкәлдәргә, обелисктарға сәскә һалыуҙы ойоштороу, Еңеү көнөнә арналған тантаналы йыйылыштар, күмәк мәҙәни саралар үткәреү, фронтовиктарҙы, тыл эшсәндәрен, яугирҙәрҙең тол ҡатындарын тәбрикләү тәҡдим ителә.
Республика етәксеһе ҡарарының үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә йөкмәтелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика