10:00 (UTC+5), 25 Марта 2016

Ҡырымда республиканың үҙенең шифаханаһы буласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Ҡырым Республикаһы етәкселеге менән ярымутрауҙағы дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларының береһен файҙаланыуға тапшырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының һорауҙарына яуап биреп, төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта белдерҙе.
– Ҡырымда ял итеүгә килгәндә, беҙ шифаханаларҙың береһен бушлай алыу өҫтөндә эшләнек. Әлегә бушлай килеп сыҡмай. Ҡырымға әүҙем ярҙам күрһәтәбеҙ, шуға күрә уның етәкселеге һауыҡтырыу учреждениеларының береһен файҙаланыуға биреп, Башҡортостанға рәхмәт белдерергә теләй. Ошо йәһәттән эш дауам итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Йә ошо йылдың аҙағына, йә киләһе йәйгә Ҡырымда үҙебеҙҙең дауалау-һауыҡтырыу учреждениеһы буласаҡ. Унда тәү сиратта балалар, ветерандар ял итәсәк.
Бынан алдараҡ, республика Хөкүмәте эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса отчетында, Башҡортостан Башлығы былтыр Ҡырымдың Белогорск районына 173 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән тип билдәләне.
– 26 балалар баҡсаһы, мәктәптәр һәм мәҙәниәт йорттары ремонтланған. Еңеү көнөнә мемориаль комплекстар төҙөкләндерелгән. Ярымутрауҙа 30 электр генераторҙары ҡуйылған, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ тапшырған ауыл хужалығы техникаһы уңышты ваҡытында йыйып алыуға ҙур өлөш индерә. Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте буйынса тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Киләсәктә лә ошо хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика