05:24 (UTC+5), 24 Марта 2016

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына тантаналы рәүештә байраҡ тапшырылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 23 мартта Өфөлә, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының тамаша залында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығына байраҡ тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәге начальнигы Игорь Паньшин, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон ҡатнашты.
2009 йылда ил Президенты указы менән Рәсәй Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм бәлә-ҡаза эҙемтәһен бөтөрөү буйынса министрлығының байрағы һәм территориаль органдарҙың, һөнәри белем биреү учреждениеларының, министрлыҡ ҡарамағындағы ойошмаларҙың байраҡтары булдырылды. 2012 йылдан янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың намыҫ, бурыс символы булараҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бөтә территориаль органдарына байраҡтар тапшырыла.
Эске хеҙмәт генерал-полковнигы Игорь Паньшин тантаналы шарттарҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латиповҡа байраҡ тапшырҙы.
«Байраҡтар һәр саҡ Рәсәй ҡоралының даны, еңеүҙәр менән бәйле булды. Бөгөнгө сара хеҙмәткәрҙәрҙең илебеҙ именлеге өсөн уңышлы һәм фиҙакәр хеҙмәтенә булышлыҡ итер, тип ышанам», — тип билдәләне Игорь Паньшин.
«Бәләгә тарыусыларға тәүгеләрҙән булып янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ярҙамға килә, янғынды, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрә, матди һәм тәбиғәт ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡала. Граждандар оборонаһы хеҙмәткәрҙәре дәүләттең именлеген һәм оборонаға һәләтлеген тәьмин итеүгә өлөш индерә. Беҙ алдыбыҙға ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәйәсәкбеҙ. Бөтә шәхси составты ҡотлайым һәм хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм», — тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов.
Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм митрополит Никон республика ҡотҡарыусыларын һәм янғын һүндереүселәрен мөһим ваҡиға менән ҡотланы.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика