Форум барышында республика етәксеһе М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡытыусының һөнәри үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса мөмкинлектәре менән танышты. Уҡыу йортоноң ректоры Раил Әсәҙуллин
«Асыҡ мәктәп» проектын тәҡдим итте. Был – берҙәм республика теҙмәһенә ярашлы төбәктәге мәктәптәрҙе мәктәп программаһының бөтә предметтары буйынса өҙлөкһөҙ уҡыу һәм өҫтәмә онлайн-контент менән тәьмин итеүсе электрон белем биреү ресурсы. Порталда дәрестәрҙе Өфөнөң һәм республиканың алдынғы уҡытыусылары алып бара.