09:24 (UTC+5), 23 Марта 2016

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты үҙенең составын яңыртты

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышы уҙҙы, унда уның составы яңыртылды. Баш ҡалаға Ҡаҙағстан, Ханты-Манси автономиялы округы, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы, Свердловск, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренән башҡорт ҡоролтайҙары вәкилдәре килде. Ҡарарҙар асыҡ тауыш биреү юлы менән ҡабул ителде.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары һайланды. Ул — быға тиклем башҡарма комитет аппаратына етәкселек иткән Вельмир Аҙнаев. Билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова икенсе урынбаҫар итеп һайланды.
Шулай уҡ комиссиялар раҫланды. Урындағы үҙидара, ер мөнәсәбәттәре, хоҡуҡ, эшҡыуарлыҡ һәм туризм мәсьәләләрен Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов күҙәтәсәк. Республиканан һәм Рәсәйҙән ситтә йәшәгән башҡорттар менән эш өсөн философия фәндәре докторы, БДУ-ның философия һәм социология факультеты деканы Ғәфүр Сәлихов етәкселегендәге комиссия яуап бирәсәк.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт мәсьәләләре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Йәштәр советы рәйесе Рәмзил Байназаровҡа йөкмәтелде. Мәғариф һәм фән буйынса комиссия рәйесе итеп педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың «Аҡ тирмә» милли мәҙәниәттәр үҙәге» йәмәғәт берләшмәһе идараһы ағзаһы Вәкил Хажин һайланды. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияны филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Саньяров етәкләне.
БДУ-ның тарих факультеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев башҡорт халҡының тарихы мәсьәләләре буйынса комиссия етәксеһе итеп тәғәйенләнде. БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм рухи мираҫы буйынса комиссия рәйесе итеп һайланды.
Демография, ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләре менән «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева шөғөлләнәсәк. Дини ойошмаларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеү Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Айнур Арыҫлановҡа йөкмәтелде. Журналистар союзы етәксеһе, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комиссия рәйесе итеп һайланды.
Башҡарма комитет ултырышында шулай уҡ яңы структуралар: башҡорт йәмәғәт ойошмалары, йәштәр ойошмалары менән эшләү буйынса координация советтары һәм башҡорт телендә киң мәғлүмәт саралары советы ойошторолдо. Бынан тыш, аҡһаҡалдар советы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты советының яңы составы раҫланды. «Ҡоролтай» гәзите булдырылды, ул республика гәзиттәренә ҡушымта рәүешендә донъя күрәсәк, тип хәбәр иттеләр ойошманың матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика