09:26 (UTC+5), 21 Марта 2016

Республикала Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу башланды. 21 марттан 23 апрелгә тиклем 300-гә яҡын уҡыусы илдә тәүгеләрҙән булып аттестация үтәсәк.
Имтиханда билдәле сәбәптәр буйынса БДИ-ны һуңыраҡ бирә алмаған алмаған уҡыусылар, шулай уҡ уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар ҡатнаша.
21 мартта — математика буйынса база кимәлендәге имтихан. 23-дә — информатика һәм ИКТ, шулай уҡ тарих. 25 мартта — рус теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы. 28 мартта математиканы һәм ҡатнаш дисциплинаны һөнәри эшмәкәрлектәрендә ҡулланырға ниәтләгән мәктәп тамамлаусылар һәм абитуриенттар математика буйынса профилле кимәлдә һынау тота. 30 мартта — йәмғиәтте өйрәнеү, 1 апрель — география һәм әҙәбиәт, 2 апрель — физика һәм химия, 8 апрель — сит телдәрҙән телдән имтихан, 9 апрель — биология һәм сит телдәрҙән яҙма имтихан. 15 апрелдән 23-нә тиклем резерв көндәр ҡаралған.
Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханына бөтәһе 20,5 мең самаһы кеше теркәлгән. Уҡыусыларҙың күбеһе профилле математикаға өҫтөнлөк биргән — был фәндән 14,5 мең кеше имтихан тапшыра. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа — йәмғиәтте өйрәнеү(11 мең уҡыусы ) һәм физика (7 мең).
Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу этабында бөтә аудиторияларҙа ла федераль инспекторҙар, федераль йәмәғәт күҙәтеүселәре һәм Рособрнадзор хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика