07:31 (UTC+5), 21 Марта 2016

Башҡортостан халҡы Науруз байрамын билдәләй

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөгөн Халыҡ-ара Науруз көнө билдәләнә. Интернациональ кимәлдә был көн 2010 йылдан алып байрам ителә. Азербайжан, Албания, Афғанстан, Македония, Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан һәм Төркиә хөкүмәттәре Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы календарына яңы датаны индереү тәҡдиме менән сығыш яһай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы был илдәрҙең башланғысын ҡабул итә һәм 21 мартты Халыҡ-ара Науруз көнө тип таный.
Науруз – бер нисә Евразия халыҡтарында яҙғы көн менән төндөң тигеҙлеге ваҡытында билдәләнгән яңы йыл байрамы. Ул шулай уҡ яҙҙың тәүге көнөн һәм тәбиғәттең уяныуын белдерә. Науруз — фарсы һүҙе, «яңы көн» тигәнде аңлата. Ғәҙәттәгесә, был байрамды иран телле һәм төрки телле халыҡтарҙың вәкилдәре билдәләй. Байрам Урта һәм Үҙәк Азияла, Кавказда, Төркиәлә һәм Балҡанда бик популяр.
Төрлө сығанаҡтар буйынса, Науруз тарихы зороастризмдың изге китабы — Авеста дәүеренә барып тоташа.
Боронғо йолаға ярашлы, Наурузға тиклем йорт һәм ихата йыйыштырылырға, бурыстар ҡайтарып бирелергә тейеш. Байрам өҫтәленә бойҙай, арпа, тары, кукуруз һәм башҡа иген культураларынан бешерелгән көлсәләр ҡуйыла. Иң билдәле байрам ашы булып сумалак һанала.
Башҡортостанда был байрамды күбеһенсә Урта Азия һәм Кавказ диаспораһы вәкилдәре билдәләй. Башҡорттар һәм татарҙар араһында ла Науруз билдәләнә, әммә ул Ураҙа йәки Ҡорбан байрамы һымаҡ популяр түгел. Йыл һайын республиканың милли-мәҙәни берләшмә вәкилдәре байрам саралары уҙғара.
Бөгөн, 21 мартта, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Науруз» байрамы ойошторола. Концертта махсус саҡырылған ҡунаҡтар: Нурбулат Абдуллин (Ҡаҙағстан), Үзбәкстандың халыҡ артисы Мансур Ташматов, «Урал моңо-2014» халыҡ-ара конкурсы лауреаты Курал Чокоев (Ҡырғыҙстан), Саъдии Буризод (Тажикстан), «Turkvision-2013» халыҡ-ара конкурсы лауреаты Алина Шәрифйәнова (Татарстан), Рэдик Ефремов (Мәскәү) ҡатнаша. Сәхнәлә шулай уҡ республиканың эстрада йырсылары һәм бейеү коллективтары сығыш яһай. Сара сиктәрендә төбәк йәмәғәт ойошмалары, төрлө халыҡтарҙың милли-мәҙәни үҙәктәре күргәҙмәләр ойоштора. Байрам киске сәғәт 7-лә башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика