Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2016, 11:49

Баш ҡала үҙәгендә транспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө үҙәгендә транспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябыла. Йома, 18 мартта, көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 6-ға тиклем Зәки Вәлиди урамының бер өлөшөндә — Аксаков урамынан алып Мәжит Ғафури урамына тиклем хәрәкәт ваҡытлыса туҡтатыла.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был саралар «Ҡырым беҙҙеке» тип аталған митинг-концертта ҡатнашыусыларҙың һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ойошторола.
Автоһәүәҫкәрҙәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бөгөн көндөҙгө сәғәт 4-тә республика халҡы үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү һәм ярымутрауҙа йәшәүсе ватандаштарына теләктәшлек белдереү өсөн Конгресс-холл алдындағы майҙанға йыйыла.
Читайте нас