Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2016, 11:55
Төбәктә һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле Ырымбур өлкәһе менән сиктә хәрәкәт сикләнгән
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле Ырымбур өлкәһе менән сиктә хәрәкәт сикләнгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы баш идаралығы хәбәр итеүенсә, кисә һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 3-сө яртыла Гай — Яңы Черкассы автомобиль юлы участкаһында һәм Яңы Черкассынан Башҡортостан сигенә тиклем транспорт хәрәкәте сикләнде. Бындай саралар айырым ҡарарға тиклем ҡабул ителгән. Аҡъяр ауылынан алып Ырымбур өлкәһе менән сиккә тиклем трассала хәрәкәт туҡтатылған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы автоһәүәҫкәрҙәргә ошо йүнәлештә юлға сыҡмаҫҡа һәм ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа кәңәш итә.
Теги:
ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
һауа торошо
трасса
Читайте нас: