09:11 (UTC+5), 09 Марта 2016

Башҡортостанда «Йылдың иң яҡшы табибы» конкурсы еңеүселәренең исеме билдәле булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Йылдың иң яҡшы табибы» конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре билдәләнде. Йыл һайын Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, медицина фәндәре академияһы, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм «Медицинская газета» ойошторған һөнәри оҫталыҡ конкурсы бөтә Рәсәй медиктар ярышының төбәк этабы булып тора.
Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республикала конкурс өс этапта уҙғарылды. Тәүҙә дауалау учреждениеларының иң яҡшы табиптары билдәләнде, һуңынан улар район һәм ҡала кимәлендә үҙҙәренең дауалау-иҫкәртеү учреждениеларының абруйын яҡланы. Республика күләмендәге лидерҙарҙы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының конкурс комиссияһы билдәләне. Бәйгелә 33 номинация буйынса 120 кеше ҡатнашты. Медицина темаһына яҙған журналистар айырым билдәләнде.
Лауреаттарҙың исемдәре Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында баҫылған. Еңеүселәр республика абруйын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ. Башҡортостан табиптары күп тапҡыр ил күләмендә еңеүсе булды һәм призлы урындар яуланы.
Былтыр республиканың һигеҙ табибы еңеүселәр иҫәбенә инде. Өфөләге 4-се бала табыу йортоноң бүлек мөдире Арсентий Грешилов «Иң яҡшы неонатолог» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды, икенсе урында — Өфөләге 2-се балалар поликлиникаһы табибы Гүзәл Ишморатова, Стәрлетамаҡтағы 1-се поликлиника эндокринологы Людмила Михайлова, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансеры фтизиатры Гүзәл Янбарисова. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының табип-онкологы Рим Каланов, Республика балалар клиник дауаханаһының табип-патологоанатомы Ирина Огородникова, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансеры табибы Элеонора Ҡәйүмова һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы БДМУ клиникаһының табип-неврологы Фәниә Шәймөхәмәтова Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын алды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика