09:03 (UTC+5), 03 Март 2016

Республиканың баш ҡалаһы көслө ҡар яуыуға әҙер

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Кесаҙна, 3 мартта, синоптиктар Волга буйы федераль округында көслө ҡар яуыуын фаразлай. Елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе көтөлә. Кисә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе биләмәһенән үткән ҡеүәтле циклон Башҡортостанға яҡынлаша. Бер төн эсендә Рәсәйҙең баш ҡалаһында 24 миллиметр ҡар яуған, был 2 март өсөн яңы рекорд. Һуңғы 80 йылда үтә көслө ҡар яуыуы теркәлгән.
Өфөлә юл техникаһы составы көсәйтелгән, машиналар тейешле тикшереү үткән. Хеҙмәткәрҙәргә инструктаж үткәрелгән. Баш ҡала хакимиәте сайтында билдәләнеүенсә, кәрәк булған осраҡта өҫтәмә көстәр йәлеп ителәсәк.
Күп ҡатлы йорттар ихаталарында ҡалдырылған автомобилдәр ҡарҙан таҙартыуҙың һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Өфө хакимиәте сайтында йорт эргәһендәге биләмәләрҙе таҙартыу графигы баҫыла, ихаталарҙа мәғлүмәт стендтары ҡуйыла.
Ҡала хеҙмәттәре көслө ҡар яуғанда өфөләргә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Водителдәргә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәрәк. Автомобилдәрҙе рөхсәт ителгән урындарҙа ғына ҡалдырыу зарур. Йәйәүлеләргә биналар, реклама таҡталары эргәһендә һаҡ булыу мөһим.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта телефондан 112 номерына шылтыратырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика