12:26 (UTC+5), 29 Февраль 2016

Төбәктә Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Рус география йәмғиәтенә ҡуртымға тапшырыла

Фаил Абсатаров
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Башҡортостандың Архангел районында урынлашҡан билдәле Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенә ҡуртымға бирелә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһына емерелеү ҡурҡынысы янай. Мәмерйә 1902 йылда табылған. Һуңғараҡ уның 4 миллион йыл элек барлыҡҡа килеүе асыҡланған. Өс йыл элек танылған спелеолог, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Волга буйы төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отрядының халыҡ-ара класлы ҡотҡарыусыһы Юрий Туманов Архангел районының Аҫҡын ауылында туристик база ойоштора. Үҙенең хеҙмәттәштәре — ҡотҡарыусылар, спелеологтар, эҙәрмәндәр менән бергә ошо үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау өсөн бик күп эштәр башҡара. Мәмерйәгә туристик маршрут асылған. Әммә был үҙҙәренә ауырға тура килә. Йылына ҡуртым хаҡы ғына спелеологҡа 135 мең һумға төшә. Тәбиғәт ҡомартҡыһын ҡарарға килгән бөтә туристарҙы күҙәтеү бөтөнләй мөмкин түгел.
«Һауа температураһы бер-ике градусҡа күтәрелһә лә, мәмерйә «илай» башлай, — тип һөйләне Юрий Туманов. — Боҙ еүешләнә һәм ғәжәйеп сталактиттар, сталагмиттар, сталагнаттар ирей. Туристарҙың килеүен кәметеү мәмерйәне һаҡлап ҡала ала».
Юрий Туманов мәмерйәгә инеү графигын төҙөгән һәм уны ғилми яҡтан нигеҙләгән. Билдәле спелеологтың мәмерйәне һәм уның биләмәһен ҡарау өсөн башҡаса аҡсаһы юҡ. Шуға бәйле ошо биләмәне Рус география йәмғиәтенә ҡуртымға биреү өсөн документтарҙы рәсмиләштереү башланды.
Уҙған йомала Юрий Туманов Рус география йәмғиәте ағзаһы Гүзәл Хәмитова менән Архангел һәм Ғафури райондарында Аҫҡын мәмерйәһе янындағы биләмәне Рус география йәмғиәтенә ҡуртымға биреү тураһында документтар әҙерләү буйынса һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Бынан алдараҡ «Электрогазета» биттәрендә Аҫҡын мәмерйәһен һаҡлауға бәйле мәҡәлә донъя күргәйне.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика