06:52 (UTC+5), 25 Февраль 2016

Бөгөн — Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 25 февраль — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө, ул 2002 йылдан алып билдәләнә.
Конкурсҡа флагтың ике варианты ла тәҡдим ителә. Комиссия рәссамдар Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина эшләгән флаг вариантына өҫтөнлөк бирә. Башҡортостандың флагы йәшел, аҡ һәм күк төҫтәрҙән (аҫтан өҫкә) тора. Йәшел төҫ — азатлыҡты, тормоштоң мәңгелек булыуын; аҡ төҫ — тыныслыҡты, республика халыҡтарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; күк төҫ — уларҙың уй-ниәттәренең изге булыуын, сафлыҡты аңлата. Йәшел төҫ Ислам төҫө булып һанала. Ләкин был төҫ мосолман булмаған илдәрҙең — Ирландия, Мексика, Португалия, Италия, Боливия, Бразилия, Венгрия, Болгарияның дәүләт флагтарында ла бар. Флагтың аҡ төҫөнөң уртаһында ете таждан торған стилләштерелгән ҡурай сәскәһен үҙ эсенә алған түңәрәк төшөрөлгән. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы, риүәйәт буйынса, Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.
Уҙған йылдарҙа Дәүләт флагы республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ һәм ҡәҙимге атрибутҡа әйләнде. Ул Башҡортостандан ситтә лә билдәле — илдең төрлө төбәктәрендә республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларыбыҙҙың юлдашы булып тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика