11:01 (UTC+5), 24 Февраля 2016

Республикала Дим станцияһында яңы платформа асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 24 февралдә Башҡортостанда Дим станцияһында төҙөкләндерелгәндән һуң ҡала яны пассажирҙар платформаһы асылды. Оҙонлоғо — 248 метр. Был һигеҙ һәм ун вагонлы ҡала яны пассажирҙар составын ҡабул итергә мөмкинлек бирә. «Толпар» ҡала электричкаһының маршруты ла Дим станцияһынан башлана, ул көн һайын меңдән ашыу пассажир ташый. Проект Башҡортостан Хөкүмәте һәм Дәүләт Йыйылышы, Куйбышев тимер юлы, ҡала хакимиәте ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.
Төбәк Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный был ваҡиғаның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
«Республика менән Куйбышев тимер юлы етәкселеген күптән ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Беҙ алға ҡуйылған бурысты үтәйбеҙ. Бөгөнгө сара ла шуның һөҙөмтәһе. Ҡала яны тимер юл транспорты республика өсөн ҙур роль уйнай, сөнки халыҡтың өстән бер өлөшөнән күберәге, тәү сиратта хеҙмәт ветерандары, пенсионерҙар, студенттар, уҡыусылар уның менән даими файҙалана», — тине республика Хөкүмәте вице-премьеры.
Вице-премьер әйтеүенсә, яңы платформа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөкләндерелгән. Алдағы йылдарҙа бөтә платформаларҙы ошондай хәлгә килтереү һәм биләмәне төҙөкләндереү бурысы тора. Бында пассажирҙар өсөн павильон һәм пассажир транспорты өсөн майҙансыҡ буласаҡ.
«Ҡала электричкаһы» проекты буйынса программа «Дим», «Өфө», «1629 саҡрым», «Спорт», «Парк», «Шакша» станцияларын күҙ уңында тота. Унда тимер юл транспортынан йәмәғәт транспортына күсеп ултырырға мөмкин. Маҡсаты — Дим районынан Калинин районына тиклем пассажирҙар ташыуҙы еңелләштереү. 32 саҡрымлыҡ юлды ярты сәғәт эсендә үтергә була. «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Ҡала электричкаһы» проектына — 260 миллион һум самаһы, яңы платформаға 55 миллион һум аҡса бүлде», — тип һөйләне Куйбышев тимер юлының Башҡортостан территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары Ринат Фазылов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика