08:30 (UTC+5), 24 Февраля 2016

Баш ҡалала «Урал батыр» фольклор байрамы ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «Туған телдәр аҙналығын» ябыу сараһы һәм «Урал батыр» байрамы уҙғарыла. Филологтарҙың осрашыу урыны итеп Башҡорт дәүләт педагогия университеты һайланған. Тантанала студенттар, мәктәп уҡыусылары һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнаша. Байрамды М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова аса.
Осрашыуҙа «Туған телдәр аҙналығы 2016» сиктәрендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙы һәм призерҙарҙы бүләкләү сараһы була. Тантананың икенсе өлөшө «Урал батыр» фольклор байрамына арналған. «Урал батыр» эпосы — үҙенсәлекле тормош энциклопедияһы, боронғо башҡорттарҙың рухи, мәҙәни ҡиммәттәре һәм ғәҙәти ышаныуҙары хаҡында ата-бабалар тарихы. Эпосты шағирҙар, сәсәндәр телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшыра килгән.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты байрамды уҙғарыу урыны итеп осраҡлы һайланмаған. Бында сәсәндәр мәктәбе эшләй, уны профессор, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева етәкләй. Ошо мәктәптә уҡыусылар «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр уҡыясаҡ. Шулай уҡ программаны «Ете ырыу» ансамбле башҡарыуындағы «Башҡорт сувениры» бейеүе биҙәйәсәк.
Байрам 25 февралдә БДПУ-ның 2-се корпусында үткәрелә. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика