Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2016, 16:29
Баш ҡаланың 21-се дауаханаһы — Рәсәйҙең иң яҡшы биш медицина учреждениеһы иҫәбендә
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһы Рәсәйҙең иң яҡшы биш дәүләт медицина учреждениеһы иҫәбенә инде — ул рейтингта бишенсе урынды биләне, тип хәбәр итә Yell.ru баһалар һәм тәҡдимдәр сервисы.
Эксперттар ҡулланыусыларҙың баһаһы буйынса илебеҙ ҡалаларындағы дауаханалар һәм поликлиникалар
рейтингын
төҙөгән. Бөтәһе 65 ҡала һайлап алынған. Рейтингка 20-һе генә эләккән, әммә Мәскәүҙең медицина учреждениелары исемлектә юҡ.
Краснодар крайының профессор Очаповский исемендәге 1-се клиник дауаханаһы беренсе урынды алды. Икенсе урында — Санкт-Петербургтың Соколов исемендәге 122-се клиник дауаханаһы, өсөнсөлә — Һарытауҙың Миротворцев исемендәге клиник дауаханаһы. Тольятти ҡалаһының 3-сө клиник поликлиникаһы дүртенсе урынды биләне.
Теги:
һаулыҡ һаҡлау
рейтингтар
Читайте нас