Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2016, 17:40

Башҡортостанда «Минең документтарым» үҙәктәрендә өҫтәмә хеҙмәттәр алырға мөмкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда «Минең документтарым» үҙәктәрендә өҫтәмә хеҙмәттәр алырға мөмкин. Туймазыла ғәмәлдәге 206 хеҙмәткә ике муниципаль өҫтәлде, Шишмәлә 189-ға — алты. Мораҡ ауылында үҙәктең хеҙмәттәр исемлеге даими арта һәм был юлы ун биш, Бишбүләктә иһә ун хеҙмәт менән тулыланды.
Өҫтәмә хеҙмәттәр нигеҙҙә ер участкаларын рәсмиләштереүгә, сауҙаны ойоштороу хоҡуғына, төҙөлөшкә рөхсәт алыуға, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәүгә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүгә ҡағыла.
Дәүләт пошлинаһын түләү осраҡтарынан башҡа хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.
Читайте нас: