Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2016, 15:57

Башҡортостанда 0 градусҡаса йылытасаҡ

автор фотоһы
автор фотоһы
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда 0 градусҡаса йылытасаҡ. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе, 16 февралдә, төбәктә һауа температураһы төндә -9,-14 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ -3, -8 градус буласаҡ. Шаршамбы, 17 февралдә, төндә -6,-11, көндөҙ нулдән -5 градусҡа тиклем. Синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло булыуын, ҡар яуыуын, айырым райондарҙа буран сығыуын фаразлай.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн, 15 февралдә, республикала көн аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Елдең тиҙлеге секундына 8 метрға етәсәк. Һауа температураһы көндөҙ -5, -10 градус тәшкил итәсәк, айырым райондарҙа — 0 градусҡа тиклем. Автомобиль юлдарында күренеүсәнлек яҡшы. Хәүефле күренештәр күҙалланмай.
Читайте нас