Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2016, 12:29

Шәмбе Өфөлә ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре уҙғарыла

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2016 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Шәмбе, 13 февралдә, Өфөлә ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре уҙғарыла. Октябрь районында аҙыҡ-түлекте Р.Зорге урамындағы Спорт һарайы алдындағы майҙанда һатып алырға мөмкин.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Ухтомский, 19 («Көньяҡ» баҙары), Боровая, 14, 3-сө корпус («Юлдаш» сауҙа комплексы), Эшсе хәбәрселәр, 20 («Уңыш» сауҙа комплексы), Ҡулса, 65 («Меркурий» сауҙа-ҡунаҡхана комплексы), Баҡса, 2 («Орджоникидзе» сауҙа-күңел асыу комплексы) урамдарындағы фермер майҙансыҡтарында ауыл хужалығы продукцияһы һатыласаҡ.
Читайте нас: