12:45 (UTC+5), 10 Февраля 2016

Былтыр төбәктән 50 меңдән ашыу кеше күсеп киткән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдың ғинуарынан декабргә тиклем төбәктән ситкә китеүселәрҙең һаны 56,9 мең кеше тәшкил иткән. 51 мең кеше элекке йәшәгән урынын республикаға алмаштырған. 100 меңдән ашыуы иһә республика эсендә күсенгән. Миграция ағымы күләме 309,4 мең осраҡ тәшкил иткән.
Һөҙөмтәлә төбәктә халыҡтың миграция иҫәбенә кәмеүе 5927 кеше тәшкил иткән. 2014 йылдағы ошо уҡ осорҙа — 4441 кеше.
Алдан хәбәр ителгәнсә, ошо йылдың 1 ғинуарына республика халҡының һаны яҡынса 4 071 181 кеше тәшкил иткән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 806 кешегә кәмегән (0,2 процентҡа).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика