07:31 (UTC+5), 10 Февраля 2016

Баш ҡалала авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән 64 кеше яңы йорттан фатир алды

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рахимкулова/. Өфөлә күп ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса төбәк адреслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мохтаждарға 64 фатир бирелде.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йорт Георгий Мушников урамында 7-се кварталда һалынған. Төҙөүсеһе — «Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты» муниципаль унитар предприятиеһы. Яңы йорттағы фатирҙарҙың дөйөм һаны — 687, торлаҡтың дөйөм майҙаны — 35537,2 квадрат метр. Бынан тыш, аҙыҡ-түлек магазиндары, фитнес клубы, аптека урынлашасаҡ биналарҙың майҙаны 732,7 квадрат метр тәшкил итте.
Ун секциянан торған йорт 2013 йылдың июненән 2015 йылдың декабренә тиклем өлөшсөләрҙең аҡсаһына төҙөлгән. Һәр фатирҙа йылылыҡ һәм һыу иҫәпләү приборҙары ҡуйылған. Торлаҡта һәм дөйөм файҙаланыу урындарында янғынға ҡаршы сигнализация бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика