08:00 (UTC+5), 09 Февраля 2016

Өфөлә «Сәк-сәк байрамы» ғашиҡтарға тоннанан ашыу милли тәм-том бүләк итәсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 14 февралдә, ғашиҡтар көнөндә, Өфөләге Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда «Сәк-сәк байрамы» тигән күләмле акция ойошторола. Сара үҙенә күрә мәҙәни импортты алмаштырыу символы буласаҡ, ғәҙәти «валентинкалар» урынына өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына милли ризыҡ — сәк-сәк бүләк итәсәктәр. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Сәк-сәк байрамы» проектының координаторы Елена Хазиева һөйләне.
«Ваҡиға үҙәгендә — 1100 килограмлыҡ иң ҙур сәк-сәк эшләү. Сәк-сәктән яһалған алтын төҫөндәге ҡурай сәскәһе Башҡортостандың символы һәм мәҙәни коды булыу ихтималлығына эйә. Рекордты Рәсәйҙең Рекордтар китабы вәкилдәре теркәйәсәк. Бынан алдағы рекорд — бер тонна сәк-сәк — Ҡазанда ҡаланың 1000 йыллығын билдәләгәндә ҡуйылғайны», — тине ул.
«Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең XI ҡышҡы Спартакиадаһы көндәре барышында «СОГАЗ» страховкалау төркөмө мәҙәни импортты алмаштырыу акцияһының партнеры булып тора. 12 февралдән 19-на тиклем Өфөгә спорт ярыштарына бөтә илдән һәм яҡын сит илдәрҙән өс меңгә яҡын кеше килә. Көн һайын Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда ярышта ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтәсәк.
Күңел асыу программаһында — заманса этник музыка фестивале һәм диджей көйҙәре (көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана), конкурстар һәм көтөлмәгән бүләктәр. Киске 8-се яртыла сәк-сәк фигураһын тамамлау акцияның иң юғары нөктәһе буласаҡ, һуңынан спортсыларҙы бүләкләү, бер үк ваҡытта килеүселәрҙең барыһын да татлы ризыҡ менән һыйлау башланасаҡ. Сәк-сәк таратыу үҙенсәлекле хәйер буласаҡ — боронғо традиция тормошобоҙға органик рәүештә үтеп инәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика