05:01 (UTC+5), 09 Февраль 2016

Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр һаны 177 кешегә етте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр һаны 177 кешегә етте, улар араһында 102 өлкән кеше һәм 75 бала бар. 30 процентҡа яҡыны дауахананан сығарылған, ҡалғандары стационарҙа дауалана, тип хәбәр иттеләр төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
29 ғинуарҙан Өфөлә киҙеү буйынса карантин иғлан ителде. Әле Күмертау һәм Салауат ҡалаларында, Туймазы, Дыуан, Борай, Балаҡатай, Дәүләкән, Баҡалы, Ҡыйғы, Бүздәк, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондарында шундай сара ҡабул ителгән.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һаҡланыу сараларын үтәргә һәм үҙаллы дауаланмаҫҡа кәңәш итә. Сирҙең эпидемик күтәрелеше осоронда прививка яһатырға ярамай, шуға күрә иҫкәртеү тәүге урынға сыға.
Иҫкәртеүҙең төп алымдары — тәү сиратта шәхси гигиена. Бинаны елләтергә, туҙандарҙы һөртөргә, ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға кәрәк. Битлек кейергә, кеше күп йөрөгән сараларға бармаҫҡа кәңәш ителә. Ошо рәүешле үҙеңде һәм яҡындарыңды сирҙән һаҡларға мөмкин, тип билдәләй белгестәр.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика