Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2016, 16:08
Өфөлә «йылы түбәләр» системаһы индерелде
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә «йылы иҙәндәр»гә оҡшаш «йылы түбәләр» системаһы индерелде. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был системаның төп элементы — үҙенән-үҙе көйләнеүсе йылытыу кабелдәре. Улар түбәнең аҫҡы өлөшөнә, һыулыҡҡа, улаҡҡа урынлаштырыла һәм боҙҙо иретә, шәре барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймай. Автоматик рәүештә яйлаусы система температура күрһәткестәренә көйләнгән.
Мәскәүҙә ошондай заманса системалар уңышлы ҡулланыла. Улар Ҡазан, Курск, Ярославль вокзалдары, Ҙур театр һәм мэрия ҡыйыҡтарына ҡуйылған.
Теги:
төҙөкләндереү
инновациялар
Читайте нас: