04:48 (UTC+5), 05 Февраля 2016

Рөстәм Хәмитов: Мин ҡалаларҙа комплекслы төҙөлөш яҡлы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Законһыҙ башҡарылған төҙөлөш ҡала киңлеген кире яҡҡа үҙгәртә һәм халыҡтың мәнфәғәттәренә зыян килтерә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар менән аралашҡанда ошо турала белдерҙе.
– Минең аңлауымса, законһыҙ төҙөлөш ҡаланы йәмһеҙләй, ҡайһы бер кешеләр өсөн генә килем сығанағы булып тора. Был ҡалаға ҙур файҙа килтермәй, – тине республика етәксеһе. – Йәшәү шарттары насарая. Шуға күрә мин комплекслы төҙөлөш яҡлы.
Рөстәм Хәмитов ошо йәһәттән Өфө мэрияһының эшләп еткермәүен билдәләне.
– Йәнә ҡала халҡына уйланылмаған ҡарарҙар көсләп тағыла. Кешеләрҙе тыңларға, уларҙы ишетергә кәрәк. Әгәр ошо төҙөлөшкә ҡаршы меңдәрсә ҡултамға йыйыла икән, халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, төҙәтеүҙәр индереү мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика