Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2016, 15:22
Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола
автор фотоһы
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Шәмбе, 6 февралдә, Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Дим районында Хәҡиҡәт урамы буйлап Ухтомский урамынан алып Таллин урамына тиклем автомобиль юлы эргәһендә йәшелсә, еләк-емеш, ит һәм бал һатып алырға мөмкин.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Ухтомский, 19 («Көньяҡ» баҙары), Боровая, 14, 3-сө корпус («Юлдаш» сауҙа комплексы), Эшсе хәбәрселәр, 20 («Уңыш» сауҙа комплексы), Р. Зорге, 41 (Спорт һарайы янында), Менделеев, 205а («Башҡортостан» сауҙа үҙәге), Ҡулса, 65 («Меркурий» сауҙа-ҡунаҡхана комплексы), Баҡса, 2 («Орджоникидзе» сауҙа-күңел асыу комплексы) урамдарындағы фермер майҙансыҡтарында ауыл хужалығы продукцияһы һатыласаҡ.
Теги:
ауыл хужалығы йәрминкәләре
аҙыҡ-түлек
Читайте нас