17:00 (UTC+5), 03 Февраль 2016

Республикала сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр араһында үлем осраҡтары юҡ — Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр араһында үлем осраҡтары юҡ. Бөгөнгә төбәктә йәшәүсе 85 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, шуларҙың 34-е — балалар, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Белгестәр киҙеүҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. Шулай уҡ ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға, кеше күп йөрөгән урындарҙа битлек кейергә кәрәк. Үҙаллы дауаланыу ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырыусыларҙың артыуына бәйле, 3 февралдән медицина учреждениеларында эшләү графигы оҙайтылды. Эш һәм байрам көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем республика халҡына тиҙ медицина ярҙамы күрһәтелә. Саҡырыуҙар киске 8-гә, шәмбе киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика