Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2016, 12:02
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы февраль һәм март айҙарында байрам көндәрен билдәләне
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Февраль һәм март айҙарында Башҡортостан халҡын ете байрам көндәре көтә. 23 февралдә рәсәйҙәр өс, 8 мартта иһә 4 көн ял итәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында ялдар йәкшәмбе, 3 ғинуарҙан – дүшәмбе, 7 мартҡа, шәмбе, 20 февралдән дүшәмбе 22 февралгә күсерелде.
Шулай итеп, быйыл байрамдарға бәйле 21,22,23 февраль, 5,6,7,8 март республикала ял көндәре булып тора.
20 февралдәге эш оҙайлылығы 1 сәғәткә ҡыҫҡара.
Теги:
байрамдар
Читайте нас