10:05 (UTC+5), 03 Февраля 2016

БДИ-2016: 3 февралдә төбәктә 600-гә яҡын кеше ҡабаттан инша яҙа

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 3 февралдә Башҡортостанда «икеле» билдәһен алған уҡыусылар йомғаҡлау иншаһын ҡабаттан яҙа. 582 кеше икенсе мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға хәл иткән. Әммә имтиханға килеүселәрҙең һаны һуңғараҡ билдәле буласаҡ. 582 ҡатнашыусының 439-ы — инша, 143-ө изложение яҙа, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында. Һөҙөмтәләрҙе бер аҙнанан һуң белергә мөмкин. Был юлы ла «икеле» билдәһен алғандар 4 майҙа ҡабаттан инша яҙасаҡ.
Инша йүнәлештәре көҙ көнө үк иғлан ителгәйне: «Ваҡыт», «Йорт», «Мөхәббәт», «Юл» һәм «Әҙәбиәт йылы». Темалар ижади эш башланыуға бер нисә минут ҡалғас билдәле булды. Башҡортостан уҡыусыларына «Ваҡытҡа буйһонмаған нимә бар?», «Торлаҡ ҡасан йортҡа әйләнә?», «Мөхәббәт менән ғашиҡ булыу араһында ниндәй айырма бар?», «Дөрөҫ юлды табыу өсөн хаталанырға кәрәкме?», «Ниндәй китаптарҙы йотлоғоп уҡыйһығыҙ?» темалары тәҡдим ителде.
Иншаның уртаса күләме 350 һүҙ булырға тейеш. Әгәр унда һүҙҙәр 250-нән кәмерәк икән, бындай эш өсөн «икеле» ҡуйыла. Иншаны ниндәйҙер сығанаҡтан күсерергә ярамай. Цитаталар килтергән осраҡта уға һылтанма яһау мөһим. Уҡыусыларға орфография һүҙлеген файҙаланырға рөхсәт ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, инша БДИ-ны тапшырыу хоҡуғын бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика