Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2016, 14:18

Төбәктә буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2 февралдә һауа температураһы көндөҙ +1, -4 градус тәшкил итәсәк. 3 һәм 4 февралдә +1-ҙән -4 градусҡаса, төндә — 3-8 градус һалҡын. Синоптиктар ҡар яуыуын һәм елдең көсәйеүен фаразлай.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы баш идаралығы хәбәр итеүенсә, 2 февралдә төбәктә көн болотло, яуым-төшөмлө буласаҡ. Юлдарҙа боҙлауыҡ, һырынтылар, төндә буран сығасаҡ. Елдең тиҙлеге урыны менән секундына 18 метрға етеүе ихтимал.
Читайте нас