05:21 (UTC+5), 02 Февраля 2016

Республикала «Урал легендаһы» тау курорттары кластеры булдырыла

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/. Белорет районында «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» туристик-рекреацион кластерҙың концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә уҙҙы. Сарала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова, торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса республика парламенты рәйесе урынбаҫары Вячеслав Аброщенко, Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Роман Шәйхетдинов, экологтар, ғалимдар, туристик эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡатнашты.
«2015 йылдың майында туристик-рекреацион кластерҙың концепцияһын әҙерләй башланыҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уҙғарған кәңәшмәлә Белорет районы буйынса эске туризмды үҫтереү йүнәлештәрен ҡарау бурысы йөкмәтелде. Беҙгә тотош Рәсәйҙән туристар йәлеп итеү бурысы тора. Кластерҙың концепцияһын әҙерләү буйынса эшсе төркөмгә Белорет һәм Әбйәлил райондары хакимиәте, «Абҙаҡ», «Морат» һәм «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәктәре, «Тәңре» экология берләшмәһе, «Ар ташы» ял базаһы, ҙур булмаған турбаза вәкилдәре инде. Бөгөнгә концепция әҙер, ул Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты аша республика етәкселегенә тәҡдим ителәсәк», — тине Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов.
Буласаҡ кластер Урал тауҙарының көньяҡ өлөшөндә, Волга буйы һәм Урал федераль округтары сигендә урынлашҡан, тип билдәләне ул. Һамарҙан алып Ҡурғанға һәм Төмәнгә тиклем туристарҙы йәлеп итергә мөмкин.
Кластерҙың нигеҙе — «Морат», «Абҙаҡ» һәм «Яҡтыкүл» үҙәндәре, улар Рәсәйҙең эске баҙарында яҡшы билдәле, бер-береһенә яҡын урынлашҡан. 2014 йылда 336 мең кеше өс үҙәндең канат юлы хеҙмәттәре менән файҙаланған. Өс үҙән Урал һәм Себер биләмәһендә «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» кластерының конкурентлыҡҡа һәләтен тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла кластерға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика