Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2016, 16:13
Республикала 50-нән ашыу кеше сусҡа киҙеүен йоҡторған
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2016 йылдың башынан Башҡортостанда йәшәүсе 54 кешелә сусҡа киҙеүе асыҡланған, шуларҙың 27-һе — балалар. Пациенттарҙың барыһы ла — белгестәр күҙәтеүе аҫтында. Әлеге мәлгә үлем осраҡтары юҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Сирләү осраҡтары Өфөлә, Белоретта, Учалыла, Күмертауҙа, Бөрөлә, Бәләбәйҙә, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Баҡалы, Дыуан, Ейәнсура райондарында теркәлгән.
Илдә киҙеү буйынса эпидемиологик хәлдең насарайыуына бәйле, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында эпидемия осоронда сараларҙы координациялау буйынса оператив штаб булдырылған.
А киҙеүенең билдәләре: тән температураһының күтәрелеүе, йүтәл, тымау, тамаҡ, баш ауыртыуы, тын алыуҙың йышайыуы, мускулдарҙың һыҙлауы, конъюнктивит.
Сирҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ауырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында кеше күп урындарға барыуҙы сикләргә, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, шул иҫәптән ҡулды һабынлап йыуырға кәңәш ителә.
Теги:
һаулыҡ һаҡлау
Читайте нас