08:37 (UTC+5), 01 Февраль 2016

Башҡортостанда WorldSkills компетенциялары буйынса төбәк чемпионаты уҙғарыла

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда WorldSkills компетенциялары буйынса төбәк чемпионаты уҙғарыла. Өфөлә үткән кәңәшмәлә Мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәре республиканың Мәғариф министрлығы һәм Профессиональ квалификацияларҙы үҫтереү агентлығы менән берлектә уға әҙерлек мәсьәләләрен, шулай уҡ төбәктә WorldSkills инновация моделен тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе. Кәңәшмә эшендә Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы белгестәре, шулай уҡ һөнәри белем биреү учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә WorldSkills хәрәкәтен үҫтереү буйынса республика һөнәри белем биреү учреждениеларының директорҙар советы эшмәкәрлеге мәсьәләләре ҡаралды, махсуслаштырылған компетенциялар үҙәгендә WorldSkills төбәк чемпионатын ойоштороу проблемалары тикшерелде. Республикала тәүгеләрҙән булып WorldSkills хәрәкәтенә ҡушылған Сибай киң профилле һөнәр биреү колледжы менән видеобәйләнеш булдырылды.
2013 йылдан алып Башҡортостандың һөнәри белем биреү ойошмалары WorldSkills чемпионаттарының милли һәм халыҡ-ара этаптарында әүҙем ҡатнаша һәм йыл һайын еңеү яулай, тип билдәләнде кәңәшмәлә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 2016 йылға Башҡортостанда WorldSkills инновация моделен тормошҡа ашырыу буйынса төбәк координация үҙәгенең юл картаһын, чемпионатты үткәреү буйынса эшсе төркөмдөң составын тикшерҙе һәм раҫланы.
WorldSkills International (WSI) — халыҡ-ара коммерцияға ҡарамаған ойошма. Уның маҡсаты — эшсе һөнәрҙәрен популярлаштырыу. 1953 йылда нигеҙ һалынған. Бөгөн ойошма эшмәкәрлегендә 72 ил ҡатнаша.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика