08:32 (UTC+5), 29 Января 2016

Төбәктә 34 кеше сусҡа киҙеүе менән сирләй, улар араһында 17 бала бар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр һаны арта. Әгәр кисә 20 ауырыу хаҡында һүҙ барһа, бөгөн был һан 34-кә еткән, шуларҙың 17-һе — балалар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Бөгөндән Өфөләге бөтә мәктәптәрҙә лә дәрестәр туҡтатылды. Уҡыусыларға өйгә эш ситтән тороп бирелә. Шул рәүешле табиптар балалар араһында киҫкен респиратор вируслы инфекцияның һәм киҙеүҙең таралыуын сикләргә теләй. Бәлки, республиканың башҡа белем биреү учреждениеларында ла ошондай саралар ҡабул итерҙәр.
Киҙеү эпидемияһы осоронда табиптар сирлеләр менән аралашмаҫҡа, кешеләр күп йыйылған урындарҙа булмаҫҡа, медицина битлектәре кейергә, ҡулды йышыраҡ йыуырға, бинаны елләтергә, сәләмәт тормош алып барырға (туйғансы йоҡлау, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек) кәңәш итә.
Сирләй башлағас та тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Киҙеүҙе үҙаллы дауаларға ярамай. Дарыуҙарҙы бары табип ҡына тәғәйенләргә тейеш.
Инфекцияның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ауырыуҙы айырым бүлмәгә һалырға кәрәк. Бүлмәне даими елләтеп, иҙәнде химик таҙартыу сараһы менән йыуырға кәңәш ителә. Медицина битлеген кейеү ҙә ҡамасау итмәҫ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика