11:31 (UTC+5), 28 Января 2016

Төбәктә туғыҙ балаға «сусҡа киҙеүе» диагнозы ҡуйылған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда 20 сирлегә «сусҡа киҙеүе» диагнозы ҡуйылған, улар араһында туғыҙ бала бар. Ауырыусылар Өфөлә, Учалыла, Белоретта, Күмертауҙа йәшәй. Бөгөнгө көндә бөтә пациенттар ҙа дауаланыу үтә. Дүртәүһенең хәле уртаса ауырлыҡта, ҡалғандарыныҡы ҡәнәғәтләнерлек, тип хәбәр итте матбуғат конференцияһында Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова.
Эпидемия февраль айында көтөлә. Әммә «Нисә кеше сирләйәсәк?» тигән һорауға бер кем дә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Министр урынбаҫары билдәләүенсә, республика бындай хәлгә әҙер: вирусҡа ҡаршы кәрәкле препараттар һатып алынған, стационарҙарҙа ай ярымға етерлек дарыуҙар, пневмония менән сирләгән пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡорамалдар бар.
«Стационарҙарҙа грипп менән сирләмәһендәр өсөн уҙған аҙнала дауалау учреждениеларына сикләү режимын индерергә тәҡдим иттек, — тине Эльза Сыртланова. — Беҙ АH1N1 киҙеүенә ҡаршы нисек көрәшергә кәрәклеген беләбеҙ, сөнки 2009 йылда республикала бик күп кеше ауырыны. Әлеге ваҡытта 1,5 мең койка-урын булдырылған. Кәрәк булһа, уларҙың һанын 3,5 меңгә еткерергә әҙербеҙ».
Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор белгестәре әйтеүенсә, 70 кешелә «сусҡа киҙеүе»нең билдәләре асыҡланған, әммә 20-һендә генә ошо сир раҫланған.
Киҫкен респиратор вируслы инфекция, грипп буйынса эпидемик сик артмаған, ул 15 проценттан да түбәнерәк, ләкин ауырыусылар күбәйә.
Көҙ көнө республикала йәшәүсе 1 миллион 169 мең кеше прививка яһатҡан. Был — халыҡтың 29 проценты. Әйткәндәй, әлеге көндә «сусҡа киҙеүе» диагнозы менән дауаханала ятҡан пациенттарҙың береһенә лә прививка яһалмаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика