09:52 (UTC+5), 27 Января 2016

Баш ҡалала БРИКС илдәрендәге хеҙмәт министрҙары декларацияға ҡул ҡуйҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә БРИКС илдәрендәге хеҙмәт министрҙары декларацияға ҡул ҡуйҙы. Рәсәй, Бразилия, Һиндостан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Көньяҡ Африка Республикаһындағы тармаҡ министрҙарының ике көнлөк осрашыуы ошо мөһим халыҡ-ара документты ҡабул итеү менән тамамланды.
Декларацияға ҡул ҡуйғанда, биш илдең министрҙары социаль партнерҙарҙың хеҙмәт һәм мәшғүллек өлкәһендә сәйәсәтте тормошҡа ашырыуға индергән өлөшөн юғары баһалап, социаль диалогтың мөһим ролен һәм коллектив килешеүҙәрҙең әһәмиәтен билдәләне. Документтағы пункттарҙың береһе етештереүҙә яңы технологиялар индереүгә ҡағыла, был хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырасаҡ. Декларацияла хеҙмәт баҙарын рәсмиләштереү мөһим урын биләй. Министрҙарға рәсми булмаған мәшғүллек проблемаларын хәл итеү өсөн Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының тәҡдимдәрен күҙ уңында тотоу бурысы йөкмәтелде. Ҡабул ителгән декларацияның төп ҡаҙаныштарының береһе — БРИКС илдәре араһында мәғлүмәт менән алмашыу мөмкинлеге, тип иҫәпләй министрҙар.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының осрашыуы тәүге тапҡыр уҙғарылды. Ул Рәсәйҙең БРИКС-та рәйеслек итеү барышында ойошторолған һуңғы сара булды. Кисә Өфөлә ошо халыҡ-ара ойошмала рәйеслек итеү бурысы Һиндостанға тапшырылды, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика