15:49 (UTC+5), 26 Января 2016

Башҡортостанда легендар драматург Нәжиб Асанбаевтың йорт-музейы барлыҡҡа киләсәк

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда республиканың халыҡ яҙыусыһы, күренекле прозаик, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҙур йәмәғәт эшмәкәре Николай Васильевич Асанбаевтың (Нәжиб Асанбаев) йорт-музейын төҙөү планлаштырылған. Мәҙәни объект баҡалыларҙың танылған яҡташы тыуып үҫкән Баҡалы районы Ахман ауылында асыла. Бындай тәҡдим менән «Баҡалы» яҡташтар берлеге ағзалары сығыш яһаған, район хакимиәте, урындағы халыҡ ярҙам күрһәтә. Район хакимиәтенең рәсми порталы хәбәр итеүенсә, төҙөлөш эштәре быйыл яҙ башлана.
Нәжиб Асанбаев ватан һәм милли драматургияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның ижады башҡорт драматургияһы классикаһы һәм республикалағы күп милләтле мәҙәниәттең сағыу кәүҙәләнешенә әүерелде. Нәжиб Асанбаев тарафынан ижад ителгән әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенең һәм театрының алтын фондына инде. Совет дипломаты, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың яҙмышы тураһында «Ҡыҙыл паша» исемле пьесаһы ижадында айырым урын биләй. Уның буйынса ҡуйылған фильм-спектаклде 22 ғәрәп иле тамашасылары ҡараны. Н. Асанбаевтың «Ҡанаттар нығынғанда», «Ҡыҙыл паша» драмалары, «Беҙгә егеттәр килде», «Кәләш әйттергәндә», «Күктән төшкән бәхет», «Һыу юлы», «Киң урамдар тар ине» комедиялары, «Рәйсә», «Фәйзи», «Алтын бишек», «Таң йондоҙо», «Зәйтүнгөл», «Көҙән башҡорто» пьесалары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре республика театрҙары репертуарының йөҙөк ҡашына, тамашасыларҙың яратҡан спектаклдәренә әүерелде.
Николай Васильевичтың эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһаланды. Нәжиб Асанбаев — Башҡорт АССР-ының, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнгән.
Легендар драматург 2013 йылдың мартында вафат булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика